Республика башлығы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала, тип белдерҙе һәм битлек режимын көсәйтергә ҡушты. Спорт сараларының төбәктә календарҙа билдәләнгәне генә үтә, улар ҙа тамашасы һәм көйәрмәндәрһеҙ, буш залда. Был сикләү һөнәри клубтарға ҡағылмай Салауат Юлаев, Урал, Өфө клубтары етәкселеге республика оператив штабынан залдарҙың яртылаш тулы булыуын үтенде. Мәҙәниәт усаҡтарына инеү өсөн шәхси һаҡланыу сараларынан тыш, вакцинация тураһындағы документтар талап ителә. Әгәр ҙә улар юҡ икән һатып алған билеттарҙы кире тапшырырға мөмкин. Мәҙәниәт министрлығы, халыҡты сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай.
Битлек режимы көсәйтелә
Тулыраҡ: Битлек режимы көсәйтелә