Республика Башлығы Радий Хәбиров Гай медицина колледжы студенттарының туғандары һәм яҡындарына тейешле ярҙам ойошторорға ҡушты. Йөкләмә Баймаҡ һәм Күгәрсен райондары башлыҡтарына бирелә.
«Һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе ниндәй тойғолар кисереүен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хәҙер ғаиләләргә тейешле ярҙам күрһәтеү мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Һуңғараҡ муниципалитет башлыҡтарының мәрхүмдәрҙең ғаиләләренә юлланыуы билдәле булды. Улар менән психологтар эшләй. Бер ҡыҙҙың әсәһе менән Сибай ҡалаһында йәшәгәне билдәле. Әле ҡала властары уның менән бәйләнешкә сығырға тырыша.
Мәғлүм булыуынса, 30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында 17 йәшлек Айгизә У., 18 йәшлек Әҙилә К. һәм 19 йәшлек Зөлфиә С. мәйеттәре табылды. Полиция енәйәтсене эҙләй, урында тәфтишселәр һәм криминалистар эшләй. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.