Әле баланың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, тип хәбәр ителә. Уға тейешле ярҙам күрһәтелә. Тәфтишселәр балалар учреждениеһы биләмәһендә именлек тәьмин итеү өсөн яуаплы кешеләрҙе асыҡлай. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре һәләк булған һеләүһендән ҡотороу сиренә анализдар алған. Микроскопия һәм ПЦР тест кире һөҙөмтә биргән. Биопроба һөҙөмтәләре бер айҙан ғына билдәле буласаҡ.
Ун өс йәшлек ҡыҙға һеләүһен һөжүм иткәндән һуң енәйәт эше ҡуҙғатылды
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Благовещен районындағы лагерҙа 13 йәшлек ҡыҙға һеләүһен һөжүм иткәндән һуң енәйәт эше ҡуҙғатты.







