Яңы сикләүҙәр

Тулыраҡ: Яңы сикләүҙәр

Роспотребнадзор коронавирус таралыу сәбәпле илдә күмәк халыҡ ҡатнашлығында барлыҡ сараларҙы ваҡытлыса тыйҙы.Был йәһәттән Башҡортостанда ла етди саралар күрелә. 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музей, театрҙарға һәм күмәк спорт сараларына инеү сикләнде. 12 октябрҙән исемлеккә сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, китапханалар, шәхси музейҙар, күргәҙмә, концерт залдары, “Орлан” поезы һәм ҡала-ара автобус маршруттары өҫтәлә. 18 октябрҙән матурлыҡ салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, 50 урынға иҫәпләнгән һәм унан да ҙур ресторан һәм кафеларға инер өсөн рөхсәт документтары, йәғни, вакцинация үтеү тураһында сертификат һәм ковид менән үткән ярты йылда сирләү тураһында белешмә талап ителә.