Республика етәксеһе Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин вакцинациялау темпының бер аҙ артыуын билдәләне. 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музей, театрҙарға һәм күмәк спорт сараларына инеү сикләнде. Әммә был саралар теүәл үтәлмәй. Радий Хәбиров Роспотребнадзор, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә төнгө клубтарҙы, мәҙәни-спорт учреждениеларын, ҡала-ара йәмәғәт транспортында санитар талаптар үтәлешен тикшерергә ҡушты.
Яңы сикләүҙәр
Тулыраҡ: Яңы сикләүҙәр