Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә?

Тулыраҡ: Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә?

Йоғошло сир таралыуҙы туҡтатыр өсөн төбәктә бер нисә этапта сикләүҙәр индерелде. 12 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн бынан ары вакцина эшләтеү йә иһә яңыраҡ мәкерле сир менән ауырыу тураһында белешмә, шулай уҡ “Госуслуги” ҡушымтаһындағы QR-кодты күрһәтергә кәрәк. Һаҡсылар уны махсус ҡоролма ярҙамында ҡарай. Әлегә яңы ПЦР тест һөҙөмтәләрен дә күрһәтеп керергә мөмкин. Тик был ысул ваҡытлыса. Сөнки 27 октябрҙән тест иҫәпкә алынмаясаҡ. Сикләүҙәрҙе халыҡ төрлөсә ҡабул итә.