Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә?

Тулыраҡ: Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә?

Хәҙер сауҙа үҙәктәренә, кеше күп йөрөгән урындарға инеү өсөн QR код ҡына етмәй, мотлаҡ рәүештә паспорт та күрһәтергә кәрәк. Бындай сара сит кешеләрҙең йә иһә вакцина хаҡындағы сертификатты кисектереү өсөн эшләнә. Виолетта Биҡҡолова фитнес үҙәккә иртән үк, эшкә тиклем килергә тырыша. Ул бала саҡтан уҡ спорт менән шөғөлләнә, сикләүҙәргә ҡарамаҫтан уны ташларға йыйынмай. Ресторан, матурлыҡ салондары, фитнес үҙәк хужалары клиенттарын юғалта, зыян күрә. Шулай ҙа эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтергә мәжбүр.Республика башлығы ҡарары сығыу менән Өфөнөң һәр районы үҙ биләмәһендә булған фитнесс-клуб, ресторан, мәҙәниәт йорттарында тәртипте тикшерә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, хәҙер ваҡ сауҙа үҙәктәрендә лә бар документтарҙы ентекләп тикшерәләр. Халыҡтың күбеһе быны аңлап ҡабул итә. Сит кешенең QR коды менән хәҙер бер ҡайҙа ла инеп булмай. Вакцинация хаҡындағы сертификатты, йә иһә мәкерле сир үткәреү тураһында табип белешмәһе менән бергә паспорт күрһәтеү талап ителә. Шулай ҙа төбәктә ялған сертификат эшләп мутлашыусылар ҙа юҡ түгел.Көрсөктән сығыу юлын эҙләгән һәм бар документтары ла тәртиптә булмаған клиенттарҙы ҡабул иткән хужаларға ла яза янай.Ковидттан прививка яһатыу тураһында ЯҺАЛМА сертификат менән ҡулланыусылар ҙа язаға тарттырыла. ПЦР тест менән тик 27-се октябрға тиклем генә ҡулланырға мөмкин. Республика башлығы ҡарары СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына ҡағыла.Сауҙа нөктәләренә, фитнес-клуб, 50 урындан ашыу урын булған ресторан-кафеларға инеү өсөн хәҙер QR код ҡына етмәй, ә паспорт та талап ителә.