Өфөлә йәшәүсе пенсионер мутлашыусылар ҡулына эләккән. Бер аҙна элек уның фатирына электр сымдарын, иҫәп приборҙарын мотлаҡ алмаштырырға кәрәк, тип ике ир килә. Ваҡытында яңыһын ҡуймағанда янғын сығыуы ихтимал, тип ҡурҡыта улар. “Добрый дом” компанияһы хеҙмәткәрҙәре эшләгән эш өсөн 90 мең һум аҡса түләтә. 75 йәшлек пенсионер электр иҫәпләгесте алмаштырыуы хаҡында ҡыҙына бер нисә көн үткәс кенә әйтә. Бөтә приборҙарҙың хаҡын иҫәпләп ҡарағас, ни бары 25 мең тирәһе генә килеп сыға. Оло йәштәге инәйҙең ҡулында тейешле документтар булмай, шуға күрә компанияның юридик адресын һәм телефондарын табыуы ҡатмарлы булып сыға. Интернетта күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратҡас, компания аҡсаны кире ҡайтарыуҙан баш тарта. Мутлашыусылар ҡулына эләгеүселәр полицияға ғариза яҙырға ниәтләй.
25 меңлек хеҙмәт өсөн 90 мең һум
Тулыраҡ: 25 меңлек хеҙмәт өсөн 90 мең һум