Өфөлә йәшәүсе пенсионер мутлашыусылар ҡулына эләккән. Ҡатындың ҡыҙы Светлана пенсионерҙы шулай еңел генә алдап китеүҙәренә һаман да аптырай. Бер нисә тапҡыр шылтыратып аҡсаның кире ҡайтарыуҙарын һорай, әммә һөҙөмтәһеҙ. 75 йәшлек пенсионер үҙенең йыйылған 60 мең һәм күршеһенән бурысҡа 30 мең һум алып, фатирҙа электросымдарҙы алмаштырыу өсөн түләй. Ысынында иһә электрҙы яҡтыртҡыс һәм электр иҫәпләгес кенә алмаштырыла. Етмәһә, эш урынына еткерелеп башҡарылмай.Документтар буйынса “Добрый дом” компанияһы менән килешеү төҙөлгән. Башҡарылған эш теҙмәһе теркәлгән. Хатта иң ҡиммәтле приборҙарҙың хаҡын иҫәпләп уларҙы ҡуйған хеҙмәткәр өсөн түләгәндә лә барыһы бергә иң күбендә 25 мең һум килеп сыға, ти Светлана.Светлана интернет аша компанияның адресын таба, шикләнһә лә телевидение хеҙмәткәрҙәре менән ошо адрес буйынса юллана. Иң тәүҙә урамда компанияның юрисын осраталар, ир үҙенең йөҙөн күрһәтмәй. Һөҙөмтәлә Светлана менән компания етәксеһе видеокамераһыҙ уртаҡҡа килә һәм 30 мең һум аҡсаны кире ҡайтара. Шуға күрә оло йәштәгеләрҙе һаҡ булырға саҡыра, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре. Светлана мутлашыусыларға түләнгән аҡсаның күпмелер өлөшөн ҡайтарыуға ирешә. Был юлы полицияға ғариза яҙылмай.
25 меңлек хеҙмәт өсөн 90 мең һум
Тулыраҡ: 25 меңлек хеҙмәт өсөн 90 мең һум