200 мең кешегә прививка яһарға ҡалды

"Беҙгә 200 мең самаһы кешене вакциналарға ҡалды, әммә улар – аҙаҡҡаса беҙгә ышанмай. Тимәк, кешеләрҙе өгөтләйбеҙ, вакцина эшләтеүҙәрен үтенәбеҙ".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»нең күсмә ултырышында республикала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары госпитален проектлай башлау хаҡында һөйләне. Дауахананың майҙаны 67 мең квадрат метр, ул Өфөнөң Затон биҫтәһендә төҙөлә. Ике ковид-госпиталь сирлеләрҙе дауалауҙа әһәмиәтле роль уйнаны, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Беҙ ике ковид-госпиталь төҙөнөк, улар халыҡты дауалауҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙҙә һәр өсөнсө ауырыу ошо госпиталдәр аша үтте. Белеүегеҙсә, хәҙер Туймазыла һәм Сибайҙа яңы инфекция үҙәктәре төҙөй башланыҡ. Туймазыла төҙөлөш әүҙем бара, Сибайҙа эштәр барышы бер аҙ аҡһай. Әммә беҙ уларҙы тиҙерәк төҙөп бөтөргә тырышырбыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республикала 2,2 миллион самаһы кеше вакцинаның тәүге компонентын алған.

«Беҙгә 200 мең самаһы кешене вакциналарға ҡалды, әммә улар – аҙаҡҡаса беҙгә ышанмай. Тимәк, кешеләрҙе өгөтләйбеҙ, вакцина эшләтеүҙәрен үтенәбеҙ. Шул саҡта коллектив иммунитетҡа өлгәшербеҙ. Сирҙең яңы штамдары, яңы төрҙәре барлыҡҡа килә. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, хәҙер бөтә донъяла «омикрон» тарала. Бик тиҙ тарала, тотош дәүләттәр сиктәрен япты. Дөйөм алғанда, республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы һәм медицина корпусы берҙәм, йәнле организм булараҡ сығыш яһаны», – тине Радий Хәбиров.