«Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙағы ял 3 майға, 2 ғинуарҙағыһы 10 майға күсерелгәйне, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. – 2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, 1 майҙағы ял көнө 2 майға күсерелә. Ураҙа байрамы 2 майҙағы ял көнөнә тура килә. Тимәк, 2 майҙағы ял көнө (дүшәмбенән) 4 майға (шаршамбыға) күсерелә».
Шулай итеп, Башҡортостан халҡы биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итә. Йома, 29 апрелдә һәм 6 майҙа, эш көнө ҡыҫҡармай.