Өфөнән Ташкентҡа авиарейстар асылыуы мөмкин

2022 йылда Өфөнән Ташкентҡа тура авиарейстар асылыуы ихтимал.

Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән эшлекле осрашыуы барышында һүҙ барҙы.

Маршрут буйынса авиабәйләнеште Федераль һауа транспорты агентлығы менән килешеп ойоштороу планлаштырыла.

Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров Башҡортостандың башҡалаһынан Нурсолтанға тура авиабәйләнеш асырға йыйыныуҙары тураһында ла хәбәр иткәйне.