«Өфө уттары» 28 мартта: композитор Салауат Низаметдиновты иҫкә алабыҙ

«Өфө уттары» тапшырыуы Салауат Низаметдиновтың ижадына арнала.

Бөгөн, дүшәмбе, 28 мартта «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе, танылған композитор, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм исемендәге дәүләт премияһы, Халыҡ-ара композиторҙар конкурстары лауреаты Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арнала.

Студияла композиторҙың ижадташ дуҫтары — Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина һәм Йәмил Әбделмәнов менән әңгәмә буласаҡ.

  • Тапшырыуҙа:
  • 31 мартта Башҡортостандың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында уҙасаҡ хәтер кисәһе хаҡында һөйләшеү;
  • Композиторҙың ижадына байҡау, уның тураһында иҫтәлектәр;
  • Радиотыңлаусылар менән аралашыу.