“Өфө уттары” 20-се июнь: Башҡортостан матбуғаты нисек йәшәй?

“Өфө уттары” тапшырыуы һәр эш көнө эфирға сыға.

Башҡортостан Республикаһы матбуғаты яңыраҡ һөнәри байрамын ҡаршы алды.

Гәзит-журналдар әлеге көндә нисек йәшәй, ниндәй ғүмер кисерә, ниндәй хеҙмәт менән яна, алдына ниндәй пландар һәм бурыстар ҡуя?

Был хаҡта дүшәмбе, 20-се июндә, “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында барасаҡ “Өфө уттары” тапшырыуы ҡунаҡтары – "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һәм "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева еткерер.

Әңгәмә Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта башлана.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн (“Whatsapp”): 8-919-617-96-41