"Өфө уттары" 5-се июлдә: Сара Буранбаеваның сәхнәләге образдары һәм ҡәҙимге тормошо

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, тамашасыларҙың яратҡан актрисаларының береһе, талантлы ижадсы, һөйкөмлө һәм һөйөклө ҡатын һәм әсә, сибәр һәм егәрле ханым, уңған хужабикә - быларҙың барыһы ла Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Сара Буранбаева тураһында.

Яңыраҡ ҡына ул 55 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршыланы. Ижадсының эшмәкәрлеге, сәхнәлә тыуҙырған йөҙләгән образдары, ҡәҙимге тормошта йәшәйеше тураһында белгегеҙ килһә, бөгөн, 5-се июлдә, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы тулҡындарында һәм "Башҡортостан 24" телеканалында эфирға сығасаҡ "Өфө уттары" тапшырыуын тыңлағыҙ һәм ҡарағыҙ.

Әңгәмә Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта башлана.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн ("Whatsapp"): 8-919-617-96-41