Һуңғы йылдарҙа популяр йырсы Лилиә Ишемйәрова Башҡортостандың халыҡ артисткаһы исеменә лайыҡ булды, репертуарын яңы, стилле, музыкаль яҡтан үҙенсәлекле яңғырашлы һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ йырҙар менән байытты.
Быйыл уның сәхнәлә ижад итеүенә 30 йыл тула.
Билдәле артистканың емешле хеҙмәте, үҙ өҫтөндә эшләүе, ижади яҡтан үҫешеүе һәм ғаиләһе тураһында шишәмбе, 9 августа, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Өфө уттары" тапшырыуында һөйләшербеҙ. Башлана 20 сәғәт 10 минутта.
Әңгәмәлә һеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, дуҫтар!
Студия телефоны: 8 (347) 246-50-33
Яҙма хәбәрҙәр өсөн ("Whatsapp"): 8-919-617-96-41