Башҡортостандың "Патриот" хәрби-илһөйәрлек паркына һәм Өфөләге "40-сы мәғариф үҙәге"нә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исеме бирелде. Премьер-министр Андрей Назаров ошо турала документтарға ҡул ҡуйҙы. Улар менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Максим Серафимов "40-сы мәғариф үҙәге"ндә белем ала. 27 йәшлек өлкән лейтенант Украинала хәрби операцияла ҡатнаша. Махсус тәғәйенләнештәге отряд командиры була. 27 февралдә подразделение көслө ут аҫтында ҡала, 10-сәғәттән ашыу бинаны обороналайҙар. Максим Серафимов эргәгә килеп төшкән гранатаны үҙе менән ҡаплап һалдаттарының ғүмерен һаҡлап ҡала. Уға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә.
"Патриот"ҡа Максим Серафимов исеме бирелде
"Патриот"ҡа Максим Серафимов исеме бирелде