Шишмә районындағы "Патриот" паркы "Геройҙар биләмәһе"нә әйләнде

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн слет шулай атала.
  • Шишмә районындағы "Патриот" паркы "Геройҙар биләмәһе"нә әйләнде

Унда ҡатнашыусылар менән республика башлығы ла осрашты. Радий Хәбиров паркта урындағы меценат Рәбис Сәлихов тырышлығы менән төҙөлгән ҡорам һәм мәсетте лә ҡараны.

Слетҡа республиканың төрлө төбәктәренән 132 кеше, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, ата-әсәләре, ирекмәндәр саҡырылғайны. Улар янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу техникаһы өлгөләре менән танышты, окоп шәмдәре эшләү, йәшеренеү өсөн селтәр үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, Хәрби Дан музейы экспозицияларын ҡараны.

Слетты "Бәхет биләмәһе" хәйриә фонды Мәғрифәт һәм ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары менән берлектә ойошторғайны. Осрашыуҙы асып Республика башлығы балаларҙы сәләмләне һәм ошондай осрашыуҙар сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бик мөһим тине.

Радий Хәбиров аталары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан балаларға мөрәжәғәт итеп, уларға сәләмдәр еткерергә ҡушты. Һуңынан Радий Хәбиров слетта ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Патриот паркында Радий Хәбиров Тыуған ил өсөн һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә рухи-ағартыу комплексы төҙөлөшөн менән дә танышты. Бында мәсет һәм православ сиркәүе урынлашасаҡ.