1 сентябрҙән илдә яңы закондар ғәмәлгә инде

Көҙҙән илдә бихисап яңы үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.

Буласаҡ водителдәр өсөн талаптар ҡәтғиләшә. Хәҙер курсанттар ҡала буйлап кәмендә 38 сәғәт практика дәрес үтергә тейеш. 1 сентябрҙән илдә бихисап яңы үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.

Водитель танытмаһын алыр өсөн хәҙер ҡала шарттарында практик оҫталыҡты ныҡлап шымартырға тура киләсәк. Быға тиклем руль артына ултырыусылар ғәмәли оҫталыҡты беренсе этапта, йәғни парковка, конустар араһынан дөрөҫ үтеүҙә 24 сәғәт нығытһа, хәҙер уға 18 сәғәт бүленә. Ә бына ҡала буйлап йөрөү ваҡыты алты сәғәткә артты. Водителдәр бөтәһе 38 сәғәт практик дәрес үтергә бурыслы. Категорияла ла үҙгәрештәр бар.

Буласаҡ водителдәр ҡала буйлап йөрөү өсөн күп практика үтергә тейеш. Шуға ла автомәктәптәрҙә бындай үҙгәрештәрҙе ыңғай баһалайҙар. 1 сентябрҙән алып мейе һөйәген алыштырып ҡуйыу өсөн донор табыуы еңеләйәсәк. Рәсәйҙә яҡынса 180 мең һөйәк мейеһе доноры иҫәпләнә. Тик был һан әҙ, тип белдерә табиптар. Илдә ДНК-лары тап килгән кешеләрҙе табыуы еңелдән түгел. Һуңғы йылдарҙа ауыр хәлгә ҡалған пациенттарға ярҙам итеү теләге менән донор булыусылар һаны арта. Хәҙер иһә улар махсус реестрға инә ала. Илдә бөтәһе 14 регистр иҫәпләнә, шуларҙың береһе Башҡортостанда.

Хәҙер пациенттарға донор эҙләү өсөн 14 регистрҙың һәммәһенә лә мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. Бының өсөн дөйөм база эшләйәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән республика ла был системаға инә. Махсус регистрҙа донорҙың сәләмәтле буйынса бар мәғлүмәте теркәлә. Әммә теләгән һәр кем донор була алмай. Граждандың йәше 18-ҙән 45-кә тиклем булырға тейеш, уның хроник ауырыуы булмауы, тән ауырлығы 50 килограммдан ашмауы мөһим.

Сентябрь башынан алып торлаҡ ҡануниәтендә идарасы компанияны һайлауҙа ла үҙгәрештәр килеп сыҡты. Бығаса идарасы компанияны һайлағанда милекселәрҙең яртыһы ыңғай тауыш биреүе шарт ине. Хәҙер иһә шул уҡ 50 процент һәм +1 тауыш идарасы компанияны алыштырыуға ризалығын белдерергә тейеш. шунан һуң ғына икенсе ойошманы һайлау мөмкинлеге буласаҡ.