Аграрийҙар шартлы планды үтәне – республика баҫыуҙарында йыйылған уңыш 4 миллион тоннанан ашты. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа.
Әлеге көнгә сәсеүлек майҙандарының 80 процентында эштәр теүәлләнгән. Гектар ҡеүәте 29 центнер. Башҡортостан хужалыҡтарының быйыл яңы рекордҡа өмөтө ҙур.