Һуғып алынған уңыштың дөйөм күләме 3 миллион 4 мең тонна. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ районында 240 мең, Саҡмағошта 158, Ауырғазыла 158, Ҡырмыҫҡалыла 156, Мәләүез районында 155 мең тонна иген йыйып алынды. Әле төбәктә техник культуралар, картуф һәм йәшелсәләр йыйыу эше дауам итә. Майлы культуралар 94 проценттан ашыу майҙанда һуғылған. Шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алыу ҙа тамамланыу алдында. Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары техник паркты яңыртыуҙы ла дауам итә. Йыл башынан хужалыҡтар 13 миллиард һумға 2 мең 86 берәмек техника һатып алған – былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 4 миллиард һумға күберәк. Шул иҫәптән «Росагролизинг» аша 9 миллиард һумға 1 мең 180 берәмек техника алынған. Радий Хәбиров ауыл хужалығы эшсәндәренә уңышлы урып-йыйыу кампанияһы өсөн рәхмәт белдерҙе.







