Башҡортостан киләһе йыл X Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумын ҡабул итә

Ҙур сараға әҙерлек мәсьәләләре кисә Мәскәүҙә барланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федерация Советы рәйесе Юрий Воробьев етәкселегендә үткән эшлекле кәңәшмәлә ҡатнашты.

Юбилейлы форум ун йыллыҡ берлектәге эш йомғаҡтарын барлау һәм артабанғы хеҙмәттәшлек, бигерәк тә төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтеләсәк. Ҡатнашыусылар өсөн ике ил дуҫлығын һәм милли төрлөлөгөн кәүҙәләндергән бай программа әҙерләнә. Күләмле сарала йәштәр ҡатнашыуына айырым иғтибар бүләсәкбеҙ, тине республика башлығы.