Туған тел уҡытыусыларының төбәк-ара форумы

Сираттағы аҙна милли тематикаға бай булды.

Сираттағы аҙна милли тематикаға бай булды. Сентябрҙең икенсе йомаһы Башҡортостанда милли кейем көнө билдәләнһә, Өфөлә ошо уҡ көндө милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләр һәм билдәләр етди һөйләшеүҙән ғибәрәт ҡылынды. Балаларға туған телде өйрәтеү, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары 2-се төбәк-ара форумында күтәрелде. Глобалләштереү шарттарында был мәсьәләнең киҫкенләшә барыуы, шул уҡ ваҡытта телгә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы заманса технологиялар ҡулланып популярлаштырыу кәрәклеге хаҡында фекерҙәр яңғыраны унда.

Бергә һәм берҙәм булғанда, кәңәшләшеп эш иткән генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Туған тел уҡтыыусыларының төбәк-ара форумы ана шул берҙәмлек нигеҙенән ҡоролған сараларҙың береһе. Бында телде уҡытыу, методик, милли тәрбиә мәсьәләләре генә күтәрелеп ҡалмай... Ә уларҙың барыһы ла уртаға һалынып, фекерҙәр, бәхәстәр аша хәл ителеүенә нигеҙ ҡорола.

Башҡорт теленә һөйөү кескәйҙән, ғаиләлә һалыныуы бер кемгә лә сер түгел. Ә уны артабан үҫтереү, камиллаштырыу иһә мәктәп иңендә ятыуы билдәле. Был йәһәттән, уҡытыу программаһында һалынған аҙналағы бер-ике дәрес кенә етмәй. Тимәк баланың үҙ аллы өйрәнеүенә этәргес, ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк тип билдәләй уҡытыусылар. Әлбиттә заманса технологиялар ярҙамында, ҡыҙыҡлы ҡушымталар, интерактив саралар аша...

Туған тел уҡытыусылары, тәрбиәселәренә һәм ошо өлкәлә эшләүселәргә методик ярҙам күрһәтеү милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге иңендә.

"Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында үткән туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы 280-н ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Башҡортостандан тыш бында Татарстан, Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән телсе мөғәллимдәр йыйылды. 23 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Зимфера Шафранская, мәҫәлән, Силәбе өлкәһенән килгән. Туған телгә беҙҙә иғтибар ҙур, тип билдәләй ул.

Форум барышында мәктәпкәсә белем биреү системаһында туған телдәргә, инновациялы мәктәптәргә, полилингваль белем биреүгә арналған күргәҙмәләр ойошторолдо. Республикала, әле бөтәһе 4 полилингваль мәктәп эшләй. Быйыл Хәйбулла һәм Учалы районында ла ошондай белем усаҡтары асылыр, тип көтөлә.

Форумда ҡатнашыусылар туған телдәрҙе популярлаштырыу һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу буйынса яңы идеяларын Республика Башлығы Радий Хәбиров менән уртаҡлашты. Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү — сараның төп маҡсаттарының береһе тип билдәләнде. Форум һуңғында Республика Башлығы иң яҡшы уҡтыыусыларҙы тәбрикләне.