Финанс грамоталығын үҫтереү маҡсатынан быйылдан мәктәп программаһына махсус дәрестәр индерелде. Баш ҡаланың 45-се һанлы белем усағы уҡыусылары өсөн уларҙың береһен Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе уҙғарҙы.
Нимә ул һалым һәм ни өсөн уны түләргә кәрәк? Икенсе класс уҡыусылары был һорауҙарға Андрей Агапов биргән аңлатмаларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Дәрестең теоретик өлөшөнән һуң балалар өсөн төрлө викторина, конкурстар ойошторолдо. Иң әүҙем уҡыусылар бүләктәр ҙә алып ҡыуанды.
Инспекторҙар һалымдар өлкәһендә белем буйынса махсус дәрестәрҙе йыл дауамында республиканың төрлө мәктәптәрендә уҙғарырға йыйына.