Ваҡыт һәм мәңгелек

Күргәҙмә Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында 13 ноябргә тиклем эшләй

Күптәрҙе уйҙарға һалған ошо төшөнсәләргә арнап әҙәби, публицистик әҫәрҙәр яҙыла, фильмдар, картиналар төшөрөлә. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында асылған күргәҙмәлә рәссам Евгения Васильева һынлы сәнғәт һөйөүселәргә был тәрән мәғәнәле теманы үҙ күҙлегенән сығып тәҡдим итте.

Заман кешеһенең тормошо шул тиклем шәп тиҙлек менән бара; тереклектең мөһим ҡиммәттәрен дә ҡайһы ваҡыт онотабыҙ, күреп, тойоп, белеп булған төшөнсәләргә генә өҫтөнлөк бирәбеҙ; ә тормоштоң мәңгелек булыуы һәм кешенең ошо сылбырҙа тик яҡты эҙ ҡалдырырға бурыслы булыуын онотабыҙ — был күргәҙмәне ойоштороусыларҙың халыҡҡа еткерергә теләгән төп фекерҙәре. Евгения Васильеваның "Ваҡыт һәм мәңгелек" картиналар күргәҙмәһе бөйөк рәссам Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арналды.

Живопись, графика, скульптура һәм видеоны үҙ эсенә алған экспозицияға музейҙың 4 залында 112 эш ҡуйылған. Картиналарҙың бер өлөшө аҡ-ҡара төҫтәрҙә башҡарылһа, дини тематикалағы эштәрендә автор сағыу төҫтәрҙе муллап ҡулланған.Мизаил Нестеров — күп эштәрен рухилыҡҡа арнаған рәссамдарҙың береһе, Был ябай булмаған теманы мин дә ижадым аша халыҡҡа етекрергә теләнем, тип уртаҡлаша Евгения Васильева.

Рәссам картиналарының 10-ын Нестеров музейы фондына һәм 3-өһөн Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына тапшырҙы. Күргәҙмә Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында 13 ноябргә тиклем эшләй.