Республика башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Улар муниципалитеттарҙың финанс тотороҡлоғон, биләмәләрҙең инвестициялар йәлеп итеү уңайлығын арттырыу, йәмәғәт мөхитен үҫтереү, ҡулланылмаған ерҙәрҙе ауыл хужалығы әйләнешенә индереү, социаль проекттар һәм программаларҙы ғәмәлгә ашырыу, социаль селтәрҙә халыҡ менән аралашыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Семинарҙа ҡатнашыусылар "Патриот" паркы менән танышты. Радий Хәбиров уларҙы был биләмәне үҫтереү пландары менән бүлеште.