Сара хәрби йыйылыш сиктәренда үтте. Биш көн дауамында уҡыусылар тактик, медицина һәм инженер әҙерлек үтә. Буласаҡ һалдаттарҙың хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен өйрәнеүе тураһында — сюжетта.
Уҡыусылар биш көнгә хәрби кейемгә күскән. Хәҙер улар ҡаршылыҡтарҙы үтергә, иптәштәренә ярҙам итергә, жгуттар һалырға өйрәнә. Ҡулға автомат тотоп, епшек ҡарҙан шыуышыу еңел түгел, әммә иң ныҡышмалдары был һынауҙы ла лайыҡлы үтә. Өфө мәктәптәренән 300-ҙән ашыу унынсы класс уҡыусыһы тәжрибәле остаздар етәкселегендә тактик һәм медицина әҙерлеге нигеҙҙәрен өйрәнә.
Үҫмерҙәр менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү өсөн Шишмә районына Башҡортостан Башлығы ла килде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, унынсы класс уҡыусылары өсөн был йыйын – ул үҫеү мәктәбе. Ул патриотик тәрбиәнең мөһимлеге, махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, Ватанды һаҡлау хаҡында һөйләне.
Уҡыусылар республика башлығына ҡыҙыҡлы һорауҙар ҙа бирә алды. Хәрби-патриотик парк нигеҙендә күнекмәләр ғәҙәти булмаған шарттарҙа үҙенде һынап ҡарау өсөн бик яҡшы мөмкинлек.Улар коллектив рухты нығыта һәм командала эшләргә өйрәтә, мәктәп уҡыусыларына яңы дуҫтар табырға мөмкинлек бирә.Республика башлығы бындай осрашыуҙарҙың мөһим булыуын билдәләне. Балаларҙы социаль селтәрҙәге провокацион хәбәрҙәргә бирешмәҫкә саҡырҙы.







