Һәйкәлдәргә тере сәскәләр

Һәйкәлдәргә тере сәскәләр.

Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.Мәртәбәле делегация вәкилдәре һәм Башҡортостан хөкүмәте ағзалары батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда республиканан 710 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә. Уларҙың яртыһы тиерлек яу яландарында ятып ҡала. Беҙҙең яугирҙар Беларусь республикаһы халҡы менән бергә фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша. Ике республика ла бихисап кешеһен юғалта һәм еңеүгә күп көс һала.