Төрлө йүнәлештәге хеҙмәттәшлек экспорт менән импортҡа ғына таянмай. Һөҙөмтәле эшмәкәрлекте кооперация проекттары тәьмин итә. Транспорт һәм төҙөлөш буйынса халыҡ-ара конгресс сиктәрендә Башҡортостанда "Амкадор" заводы төҙөлөшөнә старт бирелде. Буласаҡ завод урынында киләһе быуындарға хат- капсула һалыу тантанаһын хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла күҙәтте.
Өфө технопаркы биләмәһендә иген эшкәртеү буйынса машина һәм ҡоролмалар етештереү заводын киләһе йылда сафҡа индереү көтөлә. Инвестициялар күләме 2 миллиард ярым һумдан ашыу. Завод асылғас унда 200 хеҙмәткәр эшләйәсәк. Яңы предприятие индустриаль парк резиденты ташламаларын файҙалана ала, ә Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фонды проектты бойомға ашырыр өсөн льготалы займ алырға булышлыҡ итә. Завод тулыһынса импорт алмаштырыу программаһын ҡаплай. Машиналар һәм ҡоролмалар өсөн материалдар Рәсәй һәм Белоруссияла әҙерләнә.
Етештерелгән өлгөләрҙең хаҡы өс тапҡыр арзан, уларҙы Азия баҙарына сығарыу күҙ уңында тотола. "Амкодор"ҙың инвестиция пландарына ярашлы, Өфөнөң Октябрь районында төрлө техника хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәген асыу ҙа ҡарала. Проекттар союздаш дәүләт сиктәрендә бойомға ашырыла.Белоруссия делегацияһы Өфөлә двигателдәр етештереүсе берҙәм компанияның моторҙар эшләү берекмәһе менән дә танышты. Сборка тамамлау һәм һынау лабораторияһын ҡаранылар. Компания директоры предприятие етештергән двигатель өлгөләрен танытты.
Беларусты Төбәккә идара итеү үҙәге тәжрибәһе ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская ҡунаҡтарға ЦУР-ҙың техник мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Аналитиктар 64 мәғлүмәт системаһы менән эшләй, тағы ла бер нисә система ҡорола. Уларҙың күбеһе Цифра министрлығы һәм профиль министрлыҡтары менән ведомстволар тарафынан төҙөлгән. Роман Головченко Белоруссияла бындай үҙәктәрҙең яңы төҙөлә башлауын белдереп Башҡортостан белгестәренең тәжрибә уртаҡлашыуын хупланы. Ваҡыт үҙе ғәҙәти булмаған ҡарарҙар, ҡаршылыҡтарға яуап биреүҙе талап итә. "Транспорт һәм төҙөлөш" конгресының пленар ултырышында яҡтар иҡтисад шарттарын үтәүҙең көнүҙәк проблемалары тураһында фекер алышты. Халыҡ-ара йыйында ҡатнашыусылар көнбайыш илдәре иғлан иткән санкциялар тармаҡ эшмәкәрлеген ҡатмарлаштырһа ла дуҫлыҡ нигеҙендәге хеҙмәттәшлектең ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә булышлыҡ итеүен дәлилләй.