Башҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҙур объекттар төҙөлә

2023 йылға башҡорт дәүләт Ҡурсаҡ театрының майҙаны 2 тапҡыр ярымға ҙурайтылып ҡулланыуға тапшырыласаҡ.

Түбә ябыусылар һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, эш өҫтөндә. Сигеү ырғағын хәтерләткән әйбер менән тимерҙәрҙе бәйләп йөрөүсе егеттең етеҙлегенә күҙ эйәрмәй. Бәйләм оҫталары ары торһон. Көн һайын 100-ләгән төҙөүсе бер үк ваҡытта төрлө йүнәлештә эш алып бара. Театрҙың иҫке бинаһы яңыртыла. Стеналарҙы тимер ҡоршауҙар менән нығыталар. Был уға кәмендә тағы ярты быуат торорлоҡ мөмкинлек бирә. 4 ҡатлы төкөтмә күтәрелгән. Уның ҡыйығын нығыталар. Ҡышҡы һалҡындар төшкәнгә тиклем уны ябып йылы бирергә уйлайҙар. Тимәк, ҡышын эске яҡтан әүҙем эш алып барыласаҡ. Реконструкция эше һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, ти төҙөүселәр. Ҡурсаҡ, актер һәм тамашасыны туплаған төп урын тамаша залы ҙур үҙгәрештәр кисерәсәк. Күсерелгән тәҙрә уйымдарынан күренеүенсә, тауыш һәм яҡтылыҡ операторҙары уңайлы урын аласаҡ. Залдың түбәһе тураһында һөйләргә иртәрәк, аңлауымса, ул донъя кимәлендәге театрҙарҙыҡынан яҡшыраҡ, йә, һис юғы кәм булмаҫ тип көтөлә. Күҙгә ташланғаны сәхнәләге үҙгәрештәр. Ҡурсаҡ театрының сәхнәһендә бына ошонда соҡор барлыҡҡа килгән. Был режиссерҙар өсөн бик уңайлы. Тимәк, спектаклдәрҙә декорацияларҙы йыш алмаштырырға мөмкинлек бирә. Өлөшләтә сәхнә ҡорамалдары монтажлана. Быға тиклем Ҡурсаҡ театрының 300 урынлыҡ ҙур залы ғына ине, реконструкциянан һуң 135 кешелек бәләкәйе лә була. Ә ике кимәлдәге ашхана хаҡында уйлау бер кемдең дә башына килмәгәндер. Бөгөнгө көнгәсә булған уңайһыҙлыҡтарҙың береһе, театрҙың торлаҡ йорт менән бер адреста булыуы. Ошо йәһәттән тыуған ҡыйынлыҡтар хәҙер тарихта ғына ҡаласаҡ.Ярты быуатҡа яҡын Ҡурсаҡ театры торлаҡ йорт менән берләштерелгән булһа, хәҙер уларҙы айырғандар. Ҡурсаҡ театры айырым бина булып урынлашты. Театрҙың элекке биҙәлеше лә өфөлөләрҙең баласаҡ хәтирәләрендә генә һаҡланыр. Ай ярым элек Өфө ҡалаһының дизайнерҙары ҡурсаҡ театрының буласаҡ биҙәлешен, интерьерын тәҡдим иткән. Ҡурсаҡ театрының элекке майҙаны 2мең ярым кв. метр булһа, хәҙер ул 6500 кв.метрға етәсәк. Был театр 2 ярым тапҡырға ҙурая тигән һүҙ. Тимәк ,эш урындары ла артасаҡ.. Әле театрҙа 90 кеше һанала, киләсәктә кәмендә 50 кеше өҫтәләсәк. Башҡорт дәүләт Ҡурсаҡ театрын асыу 2023 йылдың ноябренә планлаштырылған.