Өфөлә Олег Газманов сығыш яһаясаҡ

Халыҡ артисының сығышы 21 сәғәттә көтөлә.

31-се августа республиканың башҡалаһы Өфөнөң 450 йыллығын байрам иткән көндә Рус академия драма театры алдындағы майҙанда ҙур концерт күрһәтеләсәк. Унда Олег Газманов сығыш яһаясаҡ. Рәсәйҙең халыҡ артисы ошо уңайҙан халыҡҡа мөрәжәғәт итте.