Республика көнө уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Ете тиҫтәнән ашыу бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Әммә уларҙың һәр береһе – республика ғорурлығы. Төрлө кимәлдәге бүләктәр менән билдәләнеүсе үҙ эшенең оҫталары тураһында хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева репортажы.Төбәктең иң яҡшы эшсәндәрен сәләмләп, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тантанала республика ғорурлығы йыйылыуын белдерҙе һәм уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградалары менән билдәләнеүселәрҙең һәр ҡайһыһы үҙ эшенең оҫтаһы. Улар араһында дәүләт эшмәкәре, сәйәсәтсе, ғалим, ваҡытында Матбуғат министры, “Китап” нәшриәте һәм Дәүләт китап палатаһы директоры вазифаларын башҡарыусы Зөфәр Тимербулатов та бар. Башҡортостан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн Зөфәр Мөхтәр улы Салауат Юлаев ордены менән тәбрикләнде. Миҙал-ордендарҙан тыш, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә маҡтаулы исемдәр ҙә бирелде. Ғалим-селекционер, биология фәндәре кандидаты Фәриҙә Садыҡова иһә Рәсәйҙең атҡаҙанған урман белгесе исеме менән билдәләнде. Өфө урман хужалығы техникумы ҡарамағындағы Лимонарий — Башҡортостан тарихында тәүге тәжрибә хужалығында Фәриҙә Вәли ҡыҙы тарафынан яңы лимон һәм цитрон сорттары сығарыла. Ул 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы ла.Төбәк башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан республикаһының маҡтау грамоталарын, рәхмәт хаттарын алыусылар ҙа бар. Межгорье ҡалаһының 142-се медицина-санитария бүлегенең офтальмология кабинетының шәфҡәт туташы Минзилә Байдәүләтова һөнәренә тоғро кеше, ғүмере буйы халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән. Улын да шулай итеп тәрбиләгән.Юғары профессионал оҫталығы һәм һаулыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе Минзилә Хәсән ҡыҙы Доставалов батальонын етәкләүсе улы менән ғорурланыуын белдерҙе.Төбәк башлығы Радий Хәбиров йәмғеһе 70-тән ашыу кешегә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, әммә уларҙы тыуған иленә һөйөү һәм халҡына фиҙаҡәр хеҙмәте берләштерә.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте