Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Өфөлә республика башлығы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.Төбәк иҡтисадының төрлө тармаҡтарында, предприятиеларҙа, ойошма һәм учреждениеларҙа эшләгән етмештән ашыу кешенең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, республиканың үҫешенә бында килгән һәр кеше тос өлөшө индергән. Тәбрикләү барышында республика башлығы махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға лә рәхмәт белдерҙе.