Кем ғәйепле?

Кем ғәйепле?

Үткән йыл Учалы районы Сәфәр ауыл советы биләмәһендә 4 йәшлек малайҙы берәҙек эттәр талап үлтергәйне. Был фажиғәлә ауыл советы башлығы ғәйепләнә. Ир үҙен ғәйебен танымай. Суд ниндәй ҡарар сығарған? Хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова сюжетында.Ауыл советының элекке башлығы суд ҡарарын тыңлауға яңғыҙы килгән. Раян Әхтәмовтың кәйефе юҡ. Тәфтиш комитеты Сәфәр ауылындағы фажиғә уның иғтибарһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан тип билдәләй. 2021 йылда ауылда 4 йәшлек малайҙы эттәр талап үлтергәйне. Велосипедта китеп барған сабыйға эттәр ташланған. Ауыл халҡы быға тиклем дә урам буйында йөрөгән эттәргә зарланып ауыл советы башлығына күп тапҡыр мөрәжәғәт иткән булған. Ләкин бер ниндәй ҙә сара күрелмәгән. Фажиғәнән һуң чиновникты ҡулға алдылар.Раян Әхтәмов үҙ ғәйебен танымаған. Һуңғы әйткән һүҙендә лә ул район хакимиәтенә бер-нисә тапҡыр ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе хаҡында белдерҙе. Һөҙөмтәлә суд Раян Әхтәмовты ғәйепле тип таныны һәм йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте. Уға шулай уҡ ике йыл ярым дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарында эшләү ҙә тыйылды. Хөкөм ҡарары менән тәфтишселәр ҙә, прокурор ҙа килешмәне. Улар язаны йомшаҡ, тип иҫәпләй һәм кире ҡарауға ебәргән.