Өфө районы судының элекке судьяһы кеше яллап төҙөткән мунсаһы өсөн тулыһынса иҫәпләшергә теләмәй. Төҙөлөш компанияһы етәксеһе әйтеүенсә, заказ биреүсе Алексей Кузнецов төҙөлөш барышында үҙен ипле һәм тәртипле тотҡан. Яҡшы мөғәлләмәлә булған иргә мунсаның ҡайһы бер эске эштәре бушлай эшләнгән. Тик мунса 9 көнгә һуңлап тапшырылған. Һөҙөмтәлә элекке судья төҙөүселәрҙе судҡа бирә һәм уларҙан 450 мең компенсация һәм әхләҡм зыян өсөн 80 мең һум аҡса талап итә. Беҙҙең хәбәрселәр мәсьәләгә аныҡлыҡ индерергә тырышты. Ит изгелек, көт яуызлыҡ, ти Азат Фәйзуллин. Ул етәкселек иткән ойошма 2020 йылда Өфө районы судының элекке судьяһына мунса төҙөгән. Объекттың хаҡы 1 миллион 700 мең һумға баһаланған. Килешеү буйынса, алдан аванс та индерелгән. Эш һәр ваҡыттағыса ырап барҙы, ти ойошма хеҙмәткәрҙәре. Мунса төҙөлөп, түләргә ваҡыт еткәс кенә аралашыу ҡырҡа үҙгәргән. Эш хаҡы урынына судҡа саҡырыу — ысынлап та ойошма вәкилдәренә был көтөлмәгән булған. Килешеү буйынса, объект 3 ай эсендә сафҡа индерелергә тейеш булған. Мунса, ысынлап та, 9 көнгә һуңлап тапшырылған. Бының үҙ сәбәптәре лә бар, ти төҙөүселәр. Төп килешеүҙән тыш, төҙөлөш барышында клиенттың һорауы буйынса өҫтәмә эштәр ҙә башҡарылған, әммә подрядсы ойошма абруйлы кешенең әҙәплелегенә ышанып, өҫтәмә килешеүҙә мунсаны файҙаланыуҡа тапшырыу ваҡытын үҙгәртмәгән. Төҙөлөш компанияһы ла элекке судьяға ҡаршы дәғүә белдергән. Һөҙөмтәлә, ваҡытында хоҡуҡ һағында эшләгән Алексей Кузнецов суд аша төҙөлөш компанияһынан мунсаны 9 көнгә һуңлатып тапшырғандары өсөн, көнөнә 3 проценттан иҫәпләгәндә 450 мең компенсация һәм әхлаҡи зыян өсөн 80 мең һум аҡса талап итә. Килеп тыуған хәл буйынса ул беҙҙең ижади төркөмгә аңлатма биреүҙән баш тартты. Өфөнөң билдәле төҙөлөш компанияһы 2011 йылдан бирле уңышлы эшләп килә. Ошо осорҙа 500-ҙән ашыу етди объект сафҡа индерелгән. Мунсаға бәйле эш кем файҙаһына тамамланыр? Төҙөүселәр үҙҙәренең башҡарған эшен юғары баһалай һәм киләсәктә хоҡуҡи документтар менән етдиерәк булырға кәрәклеген хәҙер инде яҡшы аңлай.
Кем ғәйепле?
Кем ғәйепле?