Баш ҡалабыҙҙа Яңы йылды ҡаршылауға тулы әҙерлек башланды

Баш ҡалабыҙҙа Яңы йылды ҡаршылауға тулы әҙерлек башланды

Өфөлә майҙандарға тәүге шыршылар ҡуйылды. Быйыл байрамдың үҙенсәлектәре лә бар. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова сюжетында. Йәшел ҡупшыҡай Харисовтар ихатаһын 50 йылдан ашыу йәмләй. Матур, ҡуйы, күркәм шыршының бейеклеге 20 метрҙан ашып киткән. Йорт хужалары шыршы яңы йылға ҡалаға бүләк булыр тип, Ленин районы хакимиәтенә көҙөн үк мөрәжәғәт иткән. Ысынлап та, ихатала шыршылар үҫтереү хәүефле. Берҙән, электр сымдарына тейеп тора һәм шыршы ағасы тиҙ янып китеүсән. Икенсенән, уның тамырҙары тупраҡтың өҫкө ҡатламына яҡын урынлаша, ә бына төп тамыры насар үҫешкән, шуға күрә көслө елдәр ҡайһы саҡта шыршы ағастарын төбө-тамыры менән аҡтарып ташлай. Шулай уҡ шыршы тирәләй башҡа төрлө баҡса үҫентеләре лә үҫмәй, сөнки ул бөтә дымды үҙенә тартып тора. Шыршыны киҫеп алыу анһат ҡына түгел. Был эштә 6 техника, 10-дан ашыу кеше ҡатнашты. Абай ҙа, иғтибарлы ла булырға кәрәк. Харисовтарҙың күркәм шыршыһы “Волна” паркын биҙәйәсәк. Бында ҡупшыҡайҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм ҡуянҡай ҡаршы алды. Быйыл Дим районында ике урында шыршы ҡуйылды. 25 метрлыҡ ҡупшыҡай Благовещен районынан килтерелгән, ул яңыртылған паркты биҙәйәсәк һәм икенсеһе “Орион” ижади йорто эргәһенә ҡуйылған. “Ҡашҡаҙан” паркына иһә 18 метрлыҡ бейеклектәге шыршы Нуриман районынан килтерелгән. Ә бына төп шыршыҡай ҡайһы урынды биләр? Башҡала хакимиәте ҡәҙимгесә “Торатау” конгрес-холы эргәһендә һәм Театр урамында урынлаштырырға тәҡдим итә. Өфөлә йәшәүселәр күпселек беренсе вариантты хуплай. Шыршы тирәләй биҙәү эштәре лә башланды. Өфөлә 230-ҙан ашыу, ә республикала барлығы 1300 тирәһе боҙ ҡаласығы төҙөләсәк. Быйыл Өфөлөләр өсөн тағы ла бер ҙур яңылыҡ – Ағиҙел йылғаһы буйында ҡыш бабай резиденцияһы асыла. Ул 25 декабрҙән алып каникулдар тамамланғансы эшләйәсәк. Эргә тирәлә иһә балалр өсөн төрлө уйын урындары һәм һырғалаҡ төҙөләсәк.