Өфөлә майҙандарға тәүге шыршылар ҡуйылды. Быйыл байрамдың үҙенсәлектәре лә бар. Быйыл Дим районында ике урында шыршы ҡуйылды. 25 метрлыҡ ҡупшыҡай Благовещен районынан килтерелгән, ул яңыртылған паркты биҙәйәсәк һәм икенсеһе “Орион” ижади йорто эргәһенә ҡуйылған. “Ҡашҡаҙан” паркына иһә 18 метрлыҡ бейеклектәге шыршы Нуриман районынан килтерелгән. Ә бына төп шыршыҡай ҡайһы урынды биләр? Башҡала хакимиәте ҡәҙимгесә “Торатау” конгрес-холы эргәһендә һәм Театр урамында урынлаштырырға тәҡдим итә. Өфөлә йәшәүселәр күпселек беренсе вариантты хуплай. Шыршы тирәләй биҙәү эштәре лә башланды. Өфөлә 230-ҙан ашыу, ә республикала барлығы 1300 тирәһе боҙ ҡаласығы төҙөләсәк. Быйыл Өфөлөләр өсөн тағы ла бер ҙур яңылыҡ – Ағиҙел йылғаһы буйында ҡыш бабай резиденцияһы асыла. Ул 25 декабрҙән алып каникулдар тамамланғансы эшләйәсәк. Эргә тирәлә иһә балалар өсөн төрлө уйын урындары һәм һырғалаҡ төҙөләсәк.
Баш ҡалабыҙҙа Яңы йылды ҡаршылауға тулы әҙерлек башланды
Баш ҡалабыҙҙа Яңы йылды ҡаршылауға тулы әҙерлек башланды