Рәсәй спортсылары Олимпиаданың дүртенсе көнөндә 5 миҙал яуланы

Тулыраҡ: Рәсәй спортсылары Олимпиаданың дүртенсе көнөндә 5 миҙал яуланы

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында фехтованиела Яна Егорян – алтын, ә Софья Великая көмөш миҙалға эйә булды. Гимнастикала ир-егеттәр командаһы икенсе урын алды, 100 метрға йөҙөүҙә Юлия Ефимова ла көмөш награда яуланы. Владимир Масленников винтовканан атыуҙа бронза миҙалға лайыҡ булды. Теннис оҫталары Светлана Кузнецова һәм Дарья Касаткина шәхси беренселектә сираттағы турға үтте. Улар шулай уҡ парлы разрядта еңеү яулап өсөнсө әйләнешкә сыҡты. Волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы Көньяҡ Кореяны 3-1 иҫәбенә еңде, ә гандболда беҙҙекеләр Франциянан көслөрәк булды. Шулай итеп, әлеге ваҡытта Рәсәй командаһы иҫәбендә 10 миҙал, шуларҙың икәүһе – алтын, бишәүһе – көмөш һәм өс бронза. Дөйөм зачетта беҙ 7 урында киләбеҙ. Беренсе баҫҡыста Америка спортсылары урынлашты. Улар 19 миҙалға эйә булды, шуларҙың бишәүһе алтын.