Был- спортсылар өсөн етди тетрәнеү, сәйәсәттән спортсылар зыян күрергә тейеш түгел, ти билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, паралимпиясылар. Рапирасылар тренерҙың һәр һүҙенә ҡолаҡ һала. Уларҙың күптәре өсөн был күнекмәләр шөғөлләнеү генә түгел, ә паралимпия уйындарына әҙерлектең һуңғы этабы. Көнэлгәре Рәсәй йыйылма командаһын уйындарҙан ситләштерергә тигән мәғлүмәт тә бер кемде лә ҡурҡытмай, бер кемдә алда торған ярыштарҙан баш тартырға уйламай. Атлеттар халыҡ-ара паралимпия комитеты ҡарарын урынһыҙ тип иҫәпләй. Аяҙ көндәге йәшенгә тиңләй атлеттар был яңылыҡты. Паралимпия буйынса Рәсәйҙең тотош командаһын дүрт йыллыҡ уйындарҙа ҡатнаштырмауҙың төп сәбәбе – әлеге лә баяғы допингтар. Әммә уларҙың өлгөләре һуңғы алты йыл дауамында алынған. Спортсылар үҙҙәре лә, етәкселек тә халыҡ-ара комитет иғлан иткән яуапты урынһыҙ, тип билдәләй. Рио-де-Жанейроға юлланасаҡ милли команда составында Башҡортостандан йөҙөүсөләр һәм еңел атлеттар бар ине. Әле улар махсус күнекмәләр менән мәшғүл. Уларҙың төп өмөтө – был ғәҙелһеҙлектә Рәсәй еңеп сығырға тейеш. Ә шулай ҙа Башҡортостан паралимпиясыларының Рио де жанейролағы уйындарға эләгә алмауы ихтимал . Милли команда составындағы беҙҙең йөҙөүсөләр, еңел атлеттар өсөн был оло һынауға әйләнәсәк.
Билдәле спортсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй йыйылма командаһын Паралимпия уйындарынан ситләтеүҙе ҡырҡа тәнҡитләп сыҡты
Тулыраҡ: Билдәле спортсылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәсәй йыйылма командаһын Паралимпия уйындарынан ситләтеүҙе ҡырҡа тәнҡитләп сыҡты