Байрам өсөн махсус үҫтерелгән һәм урмандан ҡырҡып килтерелгән ҡупшыҡайҙарҙы сауҙа-күңел асыу үҙәктәре янында, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатып алырға мәмкин. Шыршыларға быйылғы хаҡтар менән хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова танышты. Дилә Ғәйнуллинаны таныштары хөрмәтләп шыршылар батшабикәһе тип йөрөтә. Ҡыҙ 8 йылдан ашыу Өфө халҡына ылыҫлы ағастар һата. Аҡ, күк шыршы, ҡарағай — яңы йыл ҡупшыҡайҙары тураһында барыһын да белә ҡыҙ. Ылыҫлыларҙың ниндәйе генә юҡ бында. Республикабыҙҙа үҫтерелгәне, сит илдән, Пермь, Кемерово өлкәләренән. килтерелгәндәре. Барыһы ла ҡуйы, йомшаҡ энәле ағастар. Мультиинструменталист Зәйнетдин өсөн дә яңы йыл ағасының матур һәм ҡуйы булыуы — тәү шарт. Шуға ла 6 йыл рәттән шыршыларҙы бер урындан ғына ала музыкант. Шыршыға хаҡты һатыусылар үҙҙәре билдәләй. Ғәҙәттә , улар бик үҙгәрмәй, әммә быйыл ситтән килтерелгәненә хаҡтарҙың бер аҙ артыуы һиҙелә. Халыҡ араһында ихтияж менән файҙаланғаны аҡ шыршылар, Улар күк шыршыға ҡарағанда ҡиммәтерәк булһа ла, күберәк һатыла. Икенсе нөктә хужаһы Азат Йәнгиров быйыл аҡ шыршыларҙы һатыуға беренсегә алып ҡайтҡан. Һораусылар күп, ти эшҡыуар. Был нөктәлә ылыҫлыларға хаҡтар ағастың бейеклегенән сығып билдәләнә. Уртаса биш йөҙҙән алып 2.5 ярымға тиклем.Яңы йыл шыршыһын һайлағанда уның ботаҡтарын бөгөп ҡарарға кәңәш итә белгестәр. Ҡарт һәм кипкән ағастың ботаҡтары һынып ҡына бара. Һығылмалы икән, тимәк шыршы яҡшы сифатлы. Тағы ла бер мөһим күрһәткескә иғтибар итергә .Шулай уҡ ҡапҡа төрөлгән ағастарҙы алырға ашыҡмағыҙ. Уның ниндәй хәлдә икәнен өйгә ҡатҡас ҡына күреп буласаҡ. Шыршыны һайлау ғына түгел, йортта дөрөҫ һаҡлау ҙа мөһим. Ылыҫлы ағастарҙы һатыу өсөн быйыл 15 рәсми һатыу нөктәһе билдәләнгән. Байрам өсөн махсус үҫтерелгән һәм урмандан ҡырҡып килтерелгән ҡупшыҡайҙарҙы сауҙа-күңел асыу үҙәктәре янында, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатып алырға мәмкин. Шыршы баҙарҙары 31 декабрға тиклем эшләйәсәк.
Өфөлә шыршы баҙарҙары эш башланы
Өфөлә шыршы баҙарҙары эш башланы