"Өфө уттары" 9-сы ғинуарҙа: "Һәр кемдән йондоҙ яһап буламы?"

Һәр кемдән йондоҙ яһап буламы?

Башҡорт эстрадаһының иң популяр ваҡытын хәтерләйһегеҙме? Ҡасан булды ул? ХХ быуаттың 90-сы йылдарымы йә иһә, Радик Гәрәев, Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек оҫталар осоромо?

Нисек кенә булмаһын, башҡорт шоу-бизнесы, әгәр ҙә шулай атарға булһа, — ҡапма-ҡаршылыҡлы мәлдәр кисерә. Кемдер йондоҙ булып атыла, кемдер мәңгегә юғалып ҡала, ә кемдер аҡһай-йығыла, карауандың уртаһында һуҙылып килә. Шоу-бизнеста продюсер эше ни тиклем мөһим? Ул, ысынлап та, теләһә кемдән популяр артист яһай аламы?

Был турала беҙ бөгөн, 9-сы ғинуарҙа "Өфө уттары" тапшырыуында продюсер, йәш йырсыларҙан йондоҙ эшләүсе Мөхәммәт Йосопов менән асыҡтан-асыҡ һөйләшербеҙ. 20 сәғәт 10 минутта "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһын һәм "Башҡортостан-24" телевизион каналын ҡабыҙырға онотмағыҙ!