Башҡортостан табиптары йәнә бер мөғжизәгә өлгәште

Өфөләге Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә 23 йәшлек Михаил Мазуровҡа күреү һәләте ҡайтарылған.

Хәрби бер йыл самаһы элек Украинала яраланып тулыһынса һуҡыр ҡалған. Табиптар һәм пациент менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә аралашты.

Михаил Мазуров Волгоград өлкәһендә тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Рязань юғары команда училищеһына уҡырға инә, унан офицер-прапорщик дәрәжәһен ала. Артабан Псковта взвод командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ул етәкләгән берәмек махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк дәүләт мәнфәғәттәрен яҡларға юллана. 2022 йылдың 25 мартында уның эргәһендә 120 миллиметрлыҡ мина шартлай.Яраланған һалдат Санкт-Петербург госпиталендә оҙаҡ ваҡыт дауалана. Тәүге 10 көндө комала була. Табиптар уның күҙ нервыларының тик 25 проценты ғына ҡалыуын асыҡлай. Егет күреү һәләтен юғалта. Өфөләге бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге белгестәренең тәжрибәһен хәтерҙә тотоп Михаилды туғандары Башҡортостанға алып килә. Һәм, ысынлап та, Михаилдың хәлен яҡшыртыуға өлгәшелә.Билдәле күҙ табибы Эрнст Мулдашев әйтеүенсә, Михаилдың хәле көндән-көн яҡшыра. Бөгөнгә егеттең күҙе 8 процентҡа күрә. "Күреү пирамидаһы" тип аталған ысул буйынса билдәле бер нөктәләргә аллоплант биоматериалын индереү техникаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.Михаил Мазуров бала саҡтан хәрби һөнәрен һайлаған һәм бөгөн бәхетһеҙлеккә тарығанда ла, рух көсөн юғалтмай. Офицер-прапорщик яйлап бассейнға һәм спорт залына йөрөй башлаған, көн һайын йоҡо алдынан аудио китаптар ҙа тыңлай. Күҙҙәренең йәнә яҡшы күрә башларына ул ышанысын юғалтмай.