Поляктар үҙ күҙен Башҡортостанда дауалай

Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенә был дәүләттән 50 кешенән торған төркөм килде.
  • Поляктар үҙ күҙен Башҡортостанда дауалай
Республика табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр араһында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бар. Уникаль операция һәм халыҡтар дуҫлығы тураһында хәбәрсебеҙ Ильяс Ҡотошов дауам итә.
Был алҡыштар – Рәсәй табиптарына башғышлана. Профессор Эрнест Мулдашевтың ҡабул итеү бүлмәһенә йыйылған сит ил кешеләре дауаланыу йомғаҡтарын тыңлай. Янчура Бартоштың сире, моғайын, иң ҡатмарлы клиник осраҡтарҙың береһелер. Ауыр йәрәхәттәр алыу һәм һуҡыр ҡалыу — төҙөлөш эштәре эҙемтәһе. Пациент 12 метр бейеклектән ҡолап төшкән. Янчураға ярҙамға "Аллоплант" биоматериалы килә. Уны билдәле хирург Эрнст Мулдашев үҙе уйлап сығарған. Дауаланғандан һуң аяҡҡа баҫыу күпкә тиҙ һәм еңел бара.
Ете йәшлек Фабиан үҙен терелгәндәй тоя. Сабый аҙна элек ҡуҙғала ла алмаған. Ә малай хәҙер урынында ла тик ултыра алмай. Баланың диагнозы — фалиж һәм күҙ нерваһының ҡатып ҡалыуы. Уға ла шулай уҡ "аллоплант" ярҙам иткән. илде. Дауалау сараһы – комплекслы. Маҡсат — күҙгә генә ярҙам түгел, ә бөтә организмды нығытыу.
Хәҙерге сәйәси шарттарҙа поляктарға Рәсәйгә килеүе еңел түгел. Улар тәүҙә бөтә Европанан йыйыла. Калининградҡа тиклем автобуста барып, а һуңынан Өфөгә юл тоталар. Ҡатмарлы юл үтеүҙе поляктар һынау тип кенә ҡарай. Сөнки, Польша граждандары Рәсәй күҙ табиптарының донъялағы иң яҡшы белгестәр икәнен дә белә. Өфөләге үҙәктә хатта иң өмөтһөҙ пациенттарға ла ҡатмарлы операциялар үткәреп ярҙам итәләр. Куп пациенттар Өфөгә йәнә кире киләсәк. “Аллоплант” менән дауаланыу бер-нисә курс талап итә. ә поляктар хушлашыу алдынан табибтарҙы ҡосаҡлап, тағы беррәхмәтен еткерә. Сөнки, Өфө табиптары уларғы ҡараңғылыҡта яҡтылыҡ бүләк итеүселәр.