Башҡортостан йәмәғәт проекттарында ҡатнашыусы йәштәр һаны буйынса тәүгеләр рәтендә

Башҡортостан йәмәғәт проекттарында ҡатнашыусы, үҫергә теләүсе йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында тәүгеләр рәтендә

Округтың видео-селектор кәңәшмәһендә 2022 йылға йомғаҡ яһалды. Әйткәндәй, республиканан был йүнәлештәге төрлө проекттарҙа 32 мең кеше ҡатнашҡан. Сәлимә Исламова дауам итә.

"Театраль Волга буйы" проекты 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. "Ҡорос" театры конкурста спектаклде башҡорт телендә уйнай. Рус теленә тәржемә менән барһа ла, жюри ағзалары педагогия университеты студенттарының ижадын юғары баһаланы. Йыл һайын был фестивалдә 400-ләгән театр коллективы ҡатнаша. Волга буйы федераль округында йәш таланттарҙы үҫтереү, мөмкинлектәрҙе арттырыу, уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән үҙенсәлекле проекттар әүҙем эшләй. Ошо көндәрҙә округтың видео-селектор кәңәшмәһендә 2022 йылға йомғаҡ яһалды. Рәсәй президенты В. Путиндың һәм тулы хоҡуҡлы вәкиллек тарафынан 14 округ – ара йәмәғәт проекттары ойошторолған. Спорт, интеллектуаль, ижади йүнәлештәрҙән тыш, проекттар балаларға йәмғиәткә яраҡлашыу, медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән дә ярҙам итә. Әйткәндәй, быйыл Өфөлә менталь сәләмәтлектең комплекслы медицина үҙәген асыу көтөлә. “Менталь сәләмәтлек” проекты Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың тәҡдиме менән бойомға ашырыла. Менталь сәләмәтлек, Туриада, Кадетство, Иволга, Интеллектуаль олимпиада һәм башҡалар. Йылдан-йыл проекттар менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса проекттарҙа 1 миллион 7 мең кеше ҡатнашҡан. Башҡортостандан был йәһәттән алдынғылар рәтендә, төрлө йүнәлештәге йәмәғәт проекттарына республиканан 32 мең кеше ҡушылған.Проекттар араһында иң популяры ул — «iВолга» йәштәр форумы.Үткән йылда ҡатнашырға теләк белдереп 20 мең кеше ғариза биргән. Йәмғиәт өсөн мөһим проект авторҙары төрлө кимәлдәге Гранттарға лайыҡ була. Быйыл «iВолга» йәштәр йыйыны киңәйтелгән форматта үтәсәк. Форумды үткәреүҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә ҡатнашасаҡ, тип билдәләнде йомғаҡлау кәңәшмәһендә. Илһөйәрлек тәрбиәләүсе « КаДетсво » проекты Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә Башҡортостан кадет мәктәптәре тәүгеләр рәтендә. Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы урынбаҫары Олег Машковцев билдәләүенсә хәрби-патриотик тәрбиәгә айырыуса иҡтибар арта. 2023 йылға пландарға ярашлы, йәмәғәт проекттарын ойоштороуҙа муниципаль райондар әйҙем ҡатнашыр, тип көтөлә һәм спорт йүнәлешендәге проекттарҙың һанын арттырыу ҡаралған.