Ирекмәндәр ярҙамы

Ирекмәндәр ярҙамы

Башҡортостандан махсус хәрби хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканан ситтә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа ярҙам итә. Тыуған ерҙән алыҫта, яу яланында булған һалдаттарыбыҙ өсөн Башҡортостандан, яҡындарынан ебәрелгән посылканы алыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Күҙ нуры түгеп, изге теләктәр теләп бәйләнгән бейәләй, ойоҡтар йылытып ҡына ҡалмай, ә йәшәү, имен әйләнеп ҡайтыу өсөн көс тә өҫтәй. Анапа ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Эльвира Линер ҡыҙы төп эшенән башҡа хәрби госпитальда дауаланыусы Башҡортостан егеттәренә ярҙам итә. Егеттәрҙең милләте, ҡайһы динде тотоуы һис мөһим түгел, барыбыҙҙы ла бәләкәй Ватаныбыҙ берләштерә, ти ханым.Шулай уҡ сит төбәктә йәшәгән ирекмән-яҡташтарыбыҙ Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан йыйылып ебәрелгән гуманитар ярҙамды таратыуҙа ла ярҙам итә.„Йөрәк йылыһы„ тип аталған акцияла бар Башҡортостан халҡы дәррәү ҡатнашҡайны. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты: йылы эске кейем, йөн ойоҡтар, бирсәткәләр бәйләп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға оҙатты.Гуманитар ярҙам араһында, әлбиттә, башҡорт балы бик күп. Был символик мәғәнәгә эйә. Башҡортостан фермерҙары хәрби операцияла ҡатнашыусыларға татлы ризыҡты күпләп оҙатып тора. Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе фермер Анатолий Долгий махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн бер тонна бал да әҙерләгән... киләһе ылау менән оҙатыласаҡ.