Өфөлә ирекмәндәр штабы үҙ эшен әүҙем дауам итә. Активистар хәрәкәте көндән көн оҫтарып яңы техникаға өйрәнә. Тулыраҡ киләһе сюжетта.Флүр һәм Гөлхана Мөхәммәтовтар ирекмәндәр ойошмаһына күптән түгел генә йөрөй башлған, әммә икеһелә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яйына төшөнөп, дәртләнеп эшләй.Ирекмәндәр ойошмаһына ҡушылыу теләге күптән бар ине ти Мөхәммәтовтар ғаиләһе.Ойошмала селтәр үреү быйынса тәжрибәле ирекмәндәр ҙә бар. Ҡайһы берәүҙәр 240 –тан ашыу маскировка селтәре үргән. Дим районындағы ирекмәндәр ойошмаһы теүәл бер йыл элек асыла. Үҙ ҡулдары менән махсус станоктар эшләп, тегеү машинаһын ҡуйып махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр тегә башлайҙар.Ойошмала бер йыл эсендә тегелгән әйберҙәрҙең бәләкәй генә күргәҙмәһе лә барлыҡҡа килгән.Оҫта ҡуллы булғаны өсөн Әлфиә Фәйзуллинаны ирекмәндәр ойошмаһының ынйыҡайы, тип йөрөтәләр. Ул теккән әйберҙәр фабриканыҡынан һис тә айырылмай, ти ойошма етәксеһе. Үҙе Әлфиә төп маҡсатым бары тик һалдаттарға йылылыҡ өләшеү ти.Өфөләге тағы бер ирекмәндәр ойошмаһы, “Шьем и вяжем” шулай уҡ фронтҡа алтмыш меңгә яҡын төрлө кәрәкле әйберҙәр ебәргән. Ойошма хәрби операцияның тәү көндәренән алып эшләй, әлеге көндә унда мең ярым ирекмән. Бүлмә техник яҡтан йыһазландырылған. Бында күп урын алған әйберҙәр эшләнә. Яраланғандарҙы ташыу өсөн махсус ҡоролма, һалҡында һәм дымлы урындарҙа йылыныу өсөн һалдаттарға түшәктәр тегәләр.
Ирекмәндәр ярҙамы
Ирекмәндәр ярҙамы