Ләлә сәскәләре Фаттаховтар ғаиләһенең тормош мәғәнәһенә әйләнгән. Улар яҙҙың тәүге көнөнән үк тажын асып, донъя матурлыҡҡа күмелһен өсөн Фаттаховтарға йыл әйләнәһенә арымай талмай эшләргә тура килә. Иглин районы Үктәй ауылынан Илиза менән Рөстәм Фаттаховтар өсөн 8 март байрамы – ял түгел, ә ҡыҙыу эш осоро. Улар инде 6 йыл дауамында ләлә сәскәләре үҫтереү менән мәшғүл. Яҙҙың иң матур, иң сағыу байрамы — халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөндә сәскәләр һәр гүзәл затҡа бүләк ителергә тейеш. Һәр хәлдә йүнсел ғаилә үҙ алдына шундай маҡсат ҡуя.Хәҙер инде сәскә майҙандары ла күбәйгән. Тәүге йылдарҙа 1 мең төп сәскә генә үҫһә, быйыл инде 200 мең төп сәскә һатыуға сығарыласаҡ.
Ләлә сәскәләре
Ләлә сәскәләре