«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостанда бүлексәһе ойошторола. Был турала республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдерҙе. Төбәк фонды социаль, медицина һәм йәмәғәт проекттары блоктарынан торасаҡ. Рәсәй Президенты Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Фондты ойоштороусы — Рәсәй хөкүмәте. Ул федераль бюджет аҡсаһынан, ирекле иғәнәләрҙән, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан формалаштырыла. Фондтың маҡсаты — хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү. Фондтың күҙәтеү советы рәйесе итеп Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тәғәйенләнде. Уның составына федераль министрҙар, Дәүләт думаһы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде. Фондтың попечителлек советын хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков етәкселек итә.