Унда Асҡын, Мишкә, Ҡариҙел, Балтас һәм Тәтешле райондары халҡы борсоған һорауҙарын бирә алды. 82 кеше психологтарҙан һәм тар һөнәр табиптарынан консультация алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды Һаҡлаусылар» акцияһы «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы башланғысы менән 23 ғинуарҙа Әлшәй районында старт алғайны.
«Ватанды һаҡлаусылар» республика акцияһы
Асҡын районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» республика акцияһы үтте.







