Улар республиканың 13 ҡалаһында ойошторолдо. Иң күләмлеһе -Өфөлә. “Торатау” конгресс-холлында үткән йәрминкәлә 200-гә яҡын эш биреүсе ойошма, шулай уҡ, ҡаланың юғары һәм урта белем биреү йорттары ҡатнашты.
Майҙан йүнәлештәр буйынса ике өлөшкә бүленгәйне. Тәүгеһендә сығарылыш класс уҡыусылары һөнәри йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтеп, мәктәптән һуң ҡайҙа уҡырға инергә тигән һорауға яуаптар эҙләһә, икенсе майҙанда студенттар үҙҙәрен төрлө һөнәр эйәләре ролендә һынап ҡарай алды. Ғөмүмән, йәрминкәнең 13 майҙансығында төбәктең предприятиелары 6 меңгә яҡын вакансия тәҡдим итте. Әммә төп маҡсат — тиҙ генә эш табыу түгел, ә уҡыусыларға, студенттарға, уларҙың ата-әсәләренә һәм башҡаларға үҙ карьераһын планлаштырыуҙа ярҙам итеү. Был йәһәттән мәшғүллек үҙәктәре белгестәре консультациялар уҙғарҙы. Был күләмле эштең башы ғына. «Рәсәй эше»нең икенсе этабы 23 июнгә билдәләнгән. Ул Өфөлә «Арт-квадрат» майҙансығында үтәсәк.